Өфөлә 103 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Драган вафат булған

Ул Ырымбур өлкәһендә тыуа. 1936 йылда Ленинград химия-технология институтына уҡырға инә. Һуғыш башланғанда химия уҡытыусыһы дипломын алған була. Ике айға яҡын ҡалала танкка ҡаршы соҡорҙар ҡаҙыуҙа ҡатнаша,  һуңынан блокада башлана. Ул ғүмеренең ошо осоро тураһында китап яҙа. Валентина Григорьевнаға ҡот осҡос шарттарҙа йәшәргә тура килә.  1943 йылда Ул осоусы Федор Драганға кейәүгә сыға. Ғаилә төрлө ҡалаларҙа йәшәй, 1961 йылда Өфөлә төпләнә. Валентина Драган ғилми тикшеренеү институттарында, нефть техникумында эшләй.

Мәрхүмә менән хушлашыу иртәгә Өфөлә, 1-се Май урамы, 22 адресы буйынса үтә.