Кампания 1 октябрҙә башлана һәм ай аҙағына тиклем дауам итә. Кешеләр “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында, шулай уҡ күп функциялы үҙәктәрҙә лә мәғлүмәт ҡалдыра ала. Кампанияла Интернетты файҙаланыу Рәсәй өсөн яңы ысул. “Был осраҡта аралашсылар юҡ, мәғлүмәт тә теүәлерәк һәм дөрөҫөрәк була”, - ти белгестәр. “Халыҡ иҫәбен алыуҙы уҙғарыуға технологиялар әҙер. Мәғлүмәтте йыйыу, тапшырыу һәм эшкәртеү өсөн IT-система булдырылды. Ул һынауҙарҙы уңышлы үтте. Электрон планшеттар төбәктәргә барып етте”, - тип белдерҙе Федераль дәүләт статистика хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Павел Смелов.