25 июндә илдең сығарылыш уҡыусылары онлайн байрамда ҡатнаша ала

Унда Рәсәй Мәғариф министрының сығыш яһауы көтөлә. Шулай уҡ был көндө акция һәм марафондар ойоштороу ҡарала, улар ҙа дистанцион форматҡа күсерелгән. Тура эфир Өфө ваҡыты менән 14 сәғәттә башлана. Быйыл Баш ҡаланың Ҡашҡаҙан паркында уҙғарылырға тейешле дөйөм ҡала кисәһе эпидемиологик хәлгә бәйле үткәрелмәй.