Ул ике этапта ойошторола. Тәүгеһенә ете тикшереү индерелгән: ҡандың дөйөм һәм биохимик анализы, сатурация, спирометрия, күкрәк ситлегенә рентген һәм терапевт менән консультация. COVID-19 менән сирләгәндәр өсөн был исемлеккә ҡанда D-димер концентрацияһын билдәләү анализы өҫтәлә.
Уның ярҙамында тромб барлыҡҡа килеү билдәләрен асыҡларға мөмкин. Һөҙөмтә буйынса табиптар хроник сирҙәрҙең үҫеш билдәләрен һәм хәүефен билдәләй, кәрәк булған осраҡта, диагнозды аныҡлау өсөн пациент икенсе этапҡа ебәрелә. Унда эхокардиография, үпкәгә компьютер томографияһы үткәреү һәм аяҡтың ҡан тамырҙарына допплер тикшереүе ҡаралған.
«Әгәр пациентта хроник ауырыуҙар йәки уларҙың барлыҡҡа килеү хәүефе асыҡланһа, дауалау һәм медицина реабилитацияһы тәғәйенләнә», - тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, диспансер тикшереү 1 июлдән башлана.