Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында көслө янғын теркәлде.
Ғәҙәттән тыш хәл өс хужалыҡҡа зыян килтерә, ике ғаилә бер ҡат кейем менән урамда ҡала. Уларҙың гөрләп торған донъялары һанаулы ғына минут эсендә көл-күмергә әйләнә. Утты тиҙ генә һүндерергә ел ҡамасаулай.
Шулай уҡ өйҙәр бер-береһенә яҡын урынлашҡан булған. Хужаларҙың барлыҡ йорт-йыһазы, көнкүреш кәрәк-яраҡтары юҡҡа сыҡҡан. Ә бына Ҡөрьән китабының шул килеш һаҡланыуы барыһын да аптырыуға ҡалдырған.
Әлеге ваҡытта ғаиләләргә ярҙам ойошторолған. Ҡазаға тарыусыларсыларға аҡсалата ярҙам, шулай уҡ төҙөлөш материалдары, көнкүреш техникаһы, кейем-һалым, һәм башҡа әйберҙәр талап ителә. Изгелек күрһәтергә теләүселәр экрандағы телефон һандары буйынса бәйләнешкә инеп ярҙам күрһәтә ала.
Илдар Байбулатов