Һынау артынан һынау. Башҡортостан хужалыҡтары йәйге миҙгелдә төрлө ауырлыҡтарға йыш тарый. Айырыуса Урал аръяғы фермерҙары ҡоролоҡтан ыҙа сигә.
Ауыл халҡының мәшәҡәттәре быйыл тағы ла артҡан. Парһыҙ ебәк күбәлеге һәм ҡара сиңерткәгә ҡаршы көрәшкән арала Әбйәлил районында болон күбәләге үрсегән. Ошо сәбәпле төбәктә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.
Әле ҡоротҡостар махсус техникалар ярҙамында юғары һөҙөмтәле препараттар менән ағыулана. Ҡарышлауыҡтар бигерәк тә рапс баҫыуҙарына зыян килтерә. Майлы культура үҫкән баҫыуҙарҙа 1 квадрат метрҙа 200-ҙән ашыу бөжәк табылған.
Болон күбәләге – Евразияның дала зонаһында иң ҡурҡыныс ҡоротҡостарҙың береһе һанала. Улар күбәйгән осраҡта ауыл хужалығы культураларына ҙур хәүеф янай. Күбәләктәр йышыраҡ шәкәр сөгөлдөрөн, көнбағышты, люцернаны, кукурузды, йәшелсә культураларын кимерә. Сүп үләндәре менән дә туҡлана.
Илдар Байбулатов