Ҡатнашыусылар ете ауылдан килә. Машина менән идара итеү стаждары төрлө, иң тәжрибәлеһе 22 йыл руль артында булһа, иң йәше бер нисә ай элек кенә водитель таныҡлығы алған.
Бәйге талаптары буйынса, автоһәүәҫкәрҙәр үҙҙәре менән таныштырыуҙа, тимер ат менән ҡаршылыҡтарҙы үтеүҙә, гаражҡа инеп ултырыуҙа, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса теория һорауҙарына яуап биреүҙә белемдәрен, оҫталыҡтарын һынаны. Күләмле сараны ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге ойошторған.
Гөлназ Хәйбуллина