Балаһын да, әсәһен дә ҡотҡара алмағандар

Йөклө ҡатындың бала табыу йортонда ғүмере өҙөлгән. Фажиғә Өфө дауаханаларының береһендә теркәлгән. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Тәртипле, барыһына ла иғтибарлы ине, тип иҫкә ала уны туғандары. Дауаланыу өсөн бала табыу йортона ятҡан ҡыҙҙары өйгә табутта әйләнеп ҡайтыр тип бер кем дә күҙ алдына килтерә алмай. 22 йәшлек Лилиә Әйүпованың йөклө буылуына 18-се аҙна башланған була.

Лилиә менән Радмир ғаилә ҡорғас тәүҙә Өфөлә йәшәй башлайҙар. Ғаилә башлығы Пермгә эшкә төшкәс, ҡатыны ла күп уйлап тормай тормош иптәше эргәһенә күсенә. Бәпәй тураһында хыялланған йәш ғаилә ҡыҙ көткән була.

Үҙен насар тойғас, ул Пермдән Башҡортостанға әйләнеп ҡайтты, ти ҡыҙҙың әсәһе. Анализдар яҡшы, ләкин токсикоздан ыҙалағас тәүҙә баш ҡалалағы Перинаталь үҙәк табиптарына, һуңынан Шишмә районы үҙәгенә күренә. Ләкин хәле яҡшырмай. Шуға күрә Өфө дауаханаһына алып барыу уңышлы булыр, тип уйлайҙар.

4-се бала табыу йортоноң ҡабул итеү бүлмәһендә, тейешле тикшеренеүҙәр үткәндән һуң, ҡарындағы бала үле булыуы асыҡлана. Рәзилә Әйүпова һүҙҙәренсә, Лилиәне айырым палатаға һалалар. Аяғын да күтәреп карауатҡа һала алмағанын ҡыҙ әсәһенә яҙып тора. Ҡараусылар юҡ икәнен дә белдерә.

Лилиәнең туғандары ни өсөн анализдары яҡшы булған йөклө ҡатын менән бындай хәл килеп сыҡҡанын аңлап етмәй. Осраҡ буйынса тикшеренеү эше башланған.

Һорауҙарға яуапты Әйүповтар хоҡуҡ һаҡлаусылар ярҙамында эҙләргә ниәтләй. Оло ҡайғы кисергән әсәнең теләге бер – башҡа бындай хәл ҡабатланмаҫҡа тейеш.

Әлфинә Килдейәрова