Баш ҡала тураһында ошондай атамалы фильм төшөрөлдө. Бөгөн ул прокатҡа сығарыла. “Картина ҡаланың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тормошон сағылдыра”, - ти проект авторы, журналист Артем Вәлиев.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфө өсөнсө баш ҡала итеп билдәләнгән була. Фашистар Мәскәүҙе баҫып алһа, баш ҡаланы Куйбышев һәм артабан Өфөгә күсереү планлаштырыла. “Беҙ ҡалабыҙ менән ғорурланырға, уның тарихын йәш быуынға өйрәтергә бурыслы”, - ти тарихсы Нурислам Ҡалмантаев.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” фильмы бөгөн баш ҡаланың “Родина” кинотеатрында күрһәтелә. Ижади төркөм премьеранан һуң уны интернетҡа урынлаштыра. Картина “Башҡортостан” киностудияһына ҡараған 27 кинотеатр экрандарына ла сығарыла.