Беҙҙең республика стендында 5 ойошма тауарҙары менән таныштыра. Башҡортостан вәкилдәре осрашыуҙар үткәрҙе, Ҡаҙағстанға экспортты арттырыу буйынса һөйләшеү булды. Форумда 8 илдән компаниялар ҡатнаша. Унда ауыл хужалығы техникаһы, баҡсасылыҡ һәм малсылыҡ өсөн тауарҙар һәм ҡорамалдар тәҡдим ителгән.