Кошевой урамында урынлашҡан “Авангард” предприятиеһы биләмәһендә бер ҡатлы бинаға ут ҡапҡан һәм ул ағас йәшниктәр һаҡланған урынға күскән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә, 1 мең 200 квадрат метрҙан ашыу майҙан янған. Һәләк булғандар һәм зыян күреүселәр юҡ. Ҡотҡарыусылар белдереүенсә, бөгөн республикала юғары янғын хәүефе һаҡлана. Халыҡты иҡтибарлы һәм һаҡ булырға саҡыралар.