Коронавирустың артабан таралыуына юл ҡуйырға ярамай

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктә ковидҡа ҡаршы сараларҙы илдә эпидемиологик хәл насарайғанда республикала коронавирустың артабан таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн индерҙе. Был фекерҙе профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәй медицина фәндәре академияһы мөхбир-ағзаһы, Башҡортостан фәндәр академияһы академигы Вил Тимербулатов белдерҙе.

«Әлбиттә әле күптәр Башлыҡты тәнҡитләй. Индерелгән профилактик сараларҙы күптәр ҡабул итмәй. Әммә, минең фекеремсә, был хәлдә Башлыҡ дөйөм именлек өсөн кешеләрҙең ғүмере һәм һаулығын һаҡлап ҡалыуға бөтә яуаплылығы менән ҡарай.

Хәбиров үткәргән сәйәсәттең мәғәнәһе лә уның үҙенең аҙымдары менән һәр ваҡыт алдараҡ барыуында. Күрелгән саралар менән беҙҙең төбәк Мәскәүҙе лә үтеп китте, илдең баш ҡалаһы беҙҙән һуң ошондай уҡ саралар күрергә һәм алғараҡ китеп мотлаҡ вакцинация индерергә мәжбүр булды.

Мәскәүҙә, әле күреүебеҙсә, коронавирус менән сирләү киҫкен хәлгә етте, ковид-госпиталдәр тулы һәм йәнә койкалар һаны арттырыла. Бындай көрсөккә юл ҡуймаҫ өсөн, әлеге осраҡта республикала коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр индереү менән Радий Хәбиров инфекцияның артабан таралыу ихтималлығына “бик” ҡуйҙы».

Гөлдәриә Йосопова