Асҡын районында рапс майы етештерелә башлаған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, тап был осраҡ беҙҙең башланғыстарҙың лайыҡлы һөҙөмтәһе. Асҡын ауылында рапс һәм ашлыҡ эшкәртеү комплексы сафҡа инде һәм рапс майының беренсе килограмы һығылды.

Предприятие яҡын киләсәктә 515 тонна рапс майы һәм айына 756 тонна рапс төпрәһе етештерергә ниәтләй, тигән республика башлығы.

Илдар Байбулатов