Пластик шешәләрҙе йыйыу буйынса экологик конкурс «Иң яҡшы экопроект» һәм «Иң яҡшы видео» номинацияһы буйынса үткәрелә. Ижади этап буйынса уларҙы йыйыу һәм эшкәртеүгә тапшырыу темаһына видеояҙма төшөрөп социаль селтәргә һалырға кәрәк.
Проект этабы Өфөлә пластик әйберҙәрҙе йыйыуҙы күбәйтеүгә тәҡдим формаһында. Үҙ проектын ҡатнашыусылар жюри алдында яҡларға тейеш. Конкурстың приз фонды 200 мең һум. Эштәр 25 июлгә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр 20 августа билдәләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт экрандағы һылтанма буйынса.
Рәмилә Исмәғилева