Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу кампанияһы дауам итә

Бөгөн 200-гә яҡын егет Алыҫ Көнсығышҡа юлланды. Йәштәр хәрби хеҙмәтен ҡоро ер ғәскәрҙәрендә үтәйәсәк. Әрмегә алыныусыларҙы БЮт каналының ижади төркөмө оҙатты.

Хәрби сумкала иң кәрәкле әйберҙәр генә. Тимер көрөшкә, ҡалаҡ, хатта ҡышҡы кейемдәр ҙә һалынған. Бер төрлө сумкалар беркетелгән фамилиялар буйынса ғына айырыла.

18-19 йәшлек кенә 200-гә яҡын егет Алыҫ Көнсығышҡа юллана. Сафҡа теҙелеүсе республиканың төрлө төбәктәренән килгән йәштәр әле командаға буйһоноуға күнегеп тә өлгөрмәгән. Кәүҙәне төҙ тотоу һәм синхронлыҡ бер йылдан бөтөнләй икенсе буласаҡ. Ә спортсы икәнлеге әйтмәһә лә күренеп торған егет Мәскәү өлкәһендә хәрби хеҙмәтен үтәйәсәк. Шишмә егете Росгвардия составына алынған. Яңыраҡ ҡына спорт мастеры кандидаты исеменә лайыҡ булған.

Әрмегә алыныусы егеттәр коронавирус сиренә тест биргән. Уларға медицина битлектәре һәм башҡа шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителә. Тимер юл вокзалына тиклем махсус автобустар илтә. Поезд вагондары алдан дезинфекциялана. Хәрби эшелон граждандар менән бәйләнешкә инмәй.

Пандемия шарттарында хеҙмәткә оҙатыуҙа уларҙың яҡындары ҡатнашмай. Улар бары вагон тәҙәрәһенән ҡулын болғаған егеттәрҙе ситтән генә күҙәтә ала. Быйыл яҙғы саҡырылышта Башҡортостандан Ҡораллы көстәр сафына 2000 -дән ашыу һалдат алынған. Кампания 15 июлгә тиклем дауам итә.

Рәмилә Исмәғилева