Өфөлә Валериан Альбанов исемендәге Ҡотопто өйрәнеүселәр музейы проектын булдырыусыларҙы бүләкләнеләр

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Александр Сидякин Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Өфөлә яңы музей быйыл май аҙағында асылды. Ошо ваҡыт эсендә унда 1 мең 200-ҙән ашыу кеше булған. Ҡотопто өйрәнеүсе Валериан Альбанов Өфөлә тыуған. Ул 20-се быуат башында Арктикала экспедицияларҙа ҡатнаша.