Ҡануниәткә ярашлы, Башҡортостанда Йәштәр көнөндә хәмер һатыу тыйыла. Ошондай сикләү Яңы йыл каникулында, Һабантуйҙар, “Һуңғы ҡыңғырау” һәм “Белем көнө”ндә лә ғәмәлдә. Законды боҙған магазиндарға ҙур штраф һалына.