Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, полиграфия, ағас эшкәртеү, мебель һәм автотранспорт саралары сығарыуҙа күрһәткестәр айырыуса юғары булған. Сәнәғәт коронавирус пандемияһы ваҡытындағы юғалтыуҙарҙан әкренләп арына, ойошмаларҙың килеме арта бара, тип хәбәр итәләр Хөкүмәттән.