Ленинград өлкәһендә вертолет ҡолап, бер яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлдө

Ми-8 вертолетында өс кеше осҡан. Улар араһында беҙҙең республиканан, штурман ярҙамсыһы 27 йәшлек Рәмил Сөләймәнов булған. Махсус хеҙмәттәр хәбәр итеүенсә, экипаж уҡыу-күнекмә осошо яһаған. Хәрбиҙәр вертолет торлаҡ йорттарға ҡоламаһын өсөн, осҡосто мөмкин тиклем ситтә алып киткән.