Үҫмерҙәр араһында ярыш ике көн ойошторола. Унда 10 төбәктән 120-нән ашыу спортсы ҡатнашыуы көтөлә. Шоссела велоуҙыш иртәгә башлана һәм йәкшәмбе тамамлана. Шуға Өфөнөң төньяғында ҡайһы бер урамдарҙа транспорт хәрәкәте сикләнә. Тоннель, Комаров, Беренсе Май һәм Ҡулса урамдарының айырым өлөштәре иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем ябыҡ була.