Өфөлә Черниковка тимер юл станцияһынан йөк поезы юлға сыҡты. Экспортҡа ебәрелгән сеймал Шишмә май һығыу заводында етештерелгән. Тимер юл аша тауар оҙатыу уңайлы һәм арзанға төшә. Быға тиклем Шишмә заводынан Латвия һәм Литваға рапс майы экспортланғайны. Башҡортостандың тышҡы тауар әйләнеше буйынса Ҡытай беренсе урында килә.