Унда республика ауыл һәм ҡалалары тарихы, шәжәрә, башҡорт ырыуҙары хәрәкәте, шулай уҡ археология һәйкәлдәрен өйрәнеү мәсьәләләре күтәрелде. Йыйында илдең төрлө төбәктәренән килгән белгестәр ҙә ҡатнашты. Рәсәй фәндәр академияһы Тел ғилеме институты фәнни хеҙмәткәре Юлия Норманская бөгөн әҙәби тел һәм уның диалекттарын өйрәнеү мөһимлеге тураһында белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Беҙ – төркиҙәр. Бер-беребеҙҙе тәржемәсеһеҙ ҙә аңлай алабыҙ. Әммә һәр халыҡтың үҙенсәлеге бар. Һәм уны һаҡлап ҡалыу мөһим”. Шулай тип белдерҙе беҙҙең радиоға биргән интервьюһында Мәскәү дәүләт халыҡ-ара бәйләнештәр институты өлкән ғилми хеҙмәткәре, ислам белгесе Әхмәт Ярлыҡапов. Ул нуғай вәкиле.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Беҙҙе Ҡазан татарҙары менән бутамағыҙ. Беҙ - Себер татарҙары. Хәҙер туған телебеҙҙә китаптар сығарабыҙ”, - ти себер татарҙары этнографы, Төньяҡты өйрәнеү проблемалары институты ғилми хеҙмәткәре Гөлсифа Баҡыева.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн “Асыҡ студия” тапшырыуында тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумында ҡаралған мәсьәләләр тураһында һөйләшеү була. Тапшырыу 18 сәғәт 15 минутта башлана. Тура эфир телефоны: 285-77-85.