Өфө циркын төҙөкләндереү проекты экспертиза үтә

Мәҙәниәт министрлығынан белдереүҙәренсә, тейешле документтар тулыһынса тапшырылған. Тикшереү сентябрҙә тамамлана. Унан һуң, ведомство аукцион ойоштора һәм еңеүсе ойошмалар менән килешеү төҙөй. Дәүләт циркын 2024 йылда – Өфөнөң 450 йыллығына асыу планлаштырыла. Авария хәлендәге бина 2017 йылда ябылғайны. Ремонт хаҡы 1 миллиард ярым һумға баһалана.