Башҡорттарҙың боронғо юлдары өйрәнеләсәк

Өфө-2 ҡаласығы музейын булдырыу өсөн финанс сығымдар талап ителә. Тарихсыларҙы ошо һәм башҡа һорауҙар борсой. Бөгөн улар «Торатау» Конгресс холында Башҡортостандың тарих-тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумына йыйылды.

6-7 быуаттарға ҡараған Айғыр бетеүе Өфө 2 ҡаласығында 2007 йылда табылған. Күргәҙмәгә уның ҙурайтылған күсермәһе килтерелгән. Өфө ике ҡаласығында табылған 120 меңдән ашыу боронғо әйберҙәр әлегә келәттә һаҡлана. Уларҙың 80 меңе реестрға индерелгән.

«Боронғо Өфө» йөҙөн тергеҙеү бурысы әлегә киләсәкккә план булып ҡала бирә. Беҙҙең эраның 4 – 14-се быуаттарын үҙ эсенә алған тарихи ҡаласыҡты асыу һәм унда йорттар төҙөүгә юл ҡуймау башҡорт тарихсы һәм археологтарының күп йыллыҡ хеҙмәт емеше.

Асҡын районына ла музей бинаһы кәрәк. Боронғо ҡомартҡылар ҡайҙа етте шунда һаҡлана, ти төбәк тарихсылары. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр район буйынса иҫтәлекле урындарҙы тергеҙеү буйынса берҙәм эш алып бара.

Ылаҡ уйындары, «Мәргән уҡсы» хәрәкәте һәм башҡа боронғо кәсептәрҙе , халҡыбыҙҙың бай хазинаһын тергеҙеү Баймаҡ районы тарихсыларының ҡаҙанышы. Артабан улар башҡорт этен идентефикациялау йүнәлешендә эш алып бармаҡсы. Шулай уҡ боронғо башҡорт юлдары ла иғтибар үҙәгенә алына.

Тап ошондай тыуған яғын яратҡан, уның үткәненә битараф булмаған белгестәр боронғо менән киләсәк араһында күпер һала. Улар Өфөлә «Торатау» конгрес холында форумға йыйылды. Район-ҡалаларҙан әүҙем йәмәғәтселәр, крайҙы өйрәнеүселәр, тарихсылар саҡырылған.

Йыйылышта республика ауылдары һәм ҡалалары тарихы, шәжәрә, башҡорт ырыуҙары хәрәкәте, шулай уҡ археология һәйкәлдәрен өйрәнеү, тыуған яҡты танып белеүҙә музей һәм китапханалар әһәмиәте кеүек мәсьәләләр күтәрелде.

Рәмилә Исмәғилева