Һаҡ булығыҙ, 34 градус эҫе көтөлә!

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ял көндәрендә Башҡортостанда һауа температураһы 34 градусҡа тиклем күтәрелер тип көтөлә. Шулай уҡ урыны менән боҙборсаҡ яуыуы, көслө ел сығыуы фаразлана.

Синоптиктар билдәләүенсә, селлә ике тәүлек дауамында һаҡланыр тип күҙаллана. Әммә урыны менән йәшенләп ямғыр яуыуы ла ихтимал.