Республиканың 12 предприятиеһы Башҡортостан Хөкүмәтенең сифат өлкәһендә премияһына лайыҡ булды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Конкурс комиссияһы Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Янған-Тау, Үрге Ҡыйғы, Өфө ҡалаһы, Дәүләкән һәм Баймаҡ райондары предприятиеларының продукция сифаты һәм хеҙмәттәр күрһәтеүҙә ирешелгән ҡаҙаныштарын юғары баһаланы.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда был премияға һәм етештерелгән тауар сифатына талаптар тамырынан үҙгәрә. Августа Сибайҙа үтәсәк «Урал аръяғы-2021» инвестиция форумныда сифат мәсьәләләре буйынса айырым секция эшләйәсәк.

Премияның йомғаҡлау конкурсына 33 ойошма сыҡҡан булған. Быйылғы еңеүселәрҙең өстән бер өлөшө аграр тармаҡ предприятиелары булыуы ла иғтибарға лайыҡ. 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан аграр тармағы ил кимәлендә лә алдынғылыҡты биләй.

Ауыл хужалығы ойошмалары ҡатнашлығында инвестиция проекттарының башҡа тармаҡтарға ҡарағанда юғарыраҡ булыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй.

Гөлдәриә Йосопова