Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә лә киң танылыу яулаған коллектив гастролдәргә йыш йөрөй. Ансамбль йылына ғына илдең 50-ләп төбәген урап сыға. Бейеү коллективы июль башында донъяның төрлө ҡитғаларынан килгән Фольклориада ҡунаҡтарын ҡаршы алырға әҙерләнә.
Коллективта вакцина ҡаҙатырға 40-лап кеше теләк белдергән. Сәхнә оҫталары әйтеүенсә, һәр кем үҙенең сәләмәтлеген генә түгел, башҡаларҙың именлеген дә ҡайғыртырға тейеш. Сөнки уларға көн һайын күмәк кеше араһында йөрөргә тура килә.
Табиптарҙың прививканы килеп коллективҡа ойошҡан рәүештә яһауы бик уңайлы булды. Фольклориада алдынан беҙҙә ҡыҙыу миҙгел, ти Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миләүшә Хәйбуллина.
Рәмзиә Кәримова