Илеш районындағы «Орленок» балалар лагерының аш-һыу блогы эшен дауам итә

Был турала ойошма етәксеһе Рәмзил Рәхмәтуллин белдерҙе. Ҡайһы бер матбуғат сараларында лагерҙың аш-һыу блогы санитар-эпидемиология талаптарын үтәмәү сәбәпле ябылған тигән мәғлүмәт таралғайны. Әммә лагерь етәкселеге уны инҡар итте.

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы белгестәре аш-һыу блогындағы ит эшкәртеү өҫтәлдәре торошона ғына дәғүә белдергән. Уларҙы ҡулланыу тыйылған. Аш-һыу блогы иһә эшләй.

Рафиҡ Әхмәтшин