«Ебәк юлы – 2021» халыҡ-ара уҙышҡа һанаулы ғына көндәр ҡалып килә

Евразияның иң эре ралли-рейды 1 июлдә Омскиҙа башланып, 11 июлдә Улан – Батырҙа тамамлана. Шулай итеп быйылғы маршрут Рәсәй, Ҡытай һәм Монголия биләмәләре аша үтә. Һәр ваҡыттағыса бындай ярыштарҙа «Минск автомобиль заводы»ның спорт командаһы ла ҡатнаша.

Омскиға китеп барышлай улар заводтың Рәсәй төбәктәрендәге дилерҙарына һәм партнерҙарына туҡтала. Бөгөн беларустар Өфөгә һуғылып раллила ҡатнашасаҡ техникаларын күрһәтте.

«МАЗ-СПОРТАВТО» командаһы оҙайлы сәфәргә бер нисә көн элек юлланған. Себергә китеп барышлай улар Рәсәй ҡалаларында, шул иҫәптән Өфөлә лә техник туҡталыш яһаны. «Башсельхозтехника» предприятиеһында үткән осрашыуҙа экипаж ағзалары үҙҙәренең техникаларын күрһәтте. Тап ошо йөк машиналары менән улар быйылғы уҙышта юғары күрһәткескә өлгәшергә ниәтләй.

Йөк машиналары уҙышы быйыл айырыуса көсөргәнешле булыр тип көтөлә. Сөнки Беларусь командаһы махсус йыйылған автомобилдәрҙә ярыша. Улар меңдән ашыу ат көсөнә эйә һәм төп өҫтөнлөгө – юлһыҙ урындарҙан да үтә алыуы.

Өфөләге туҡталыш ваҡытында һәр кем автомобилдәр эргәһендә иҫтәлеккә фотоға төшөп, экипаж ағзалары менән аралашты. Шулай итеп «МАЗ-СПОРТАВТО» командаһы Башҡортостанда ла үҙ көйәрмәндәрен тапты.

«Ебәк юл – 2021» халыҡ-ара уҙыштары 1 июлдә Омскиҙа старт ала. Ҡатмарлы маршрут Рәсәй, Ҡытай һәм Монголия илдәре аша үтә. Ралли еңеүселәре 11 июлдә Улан-Батырҙа билдәле була.

Илдар Байбулатов