Уҙған кис көслө ел район мәғариф идаралығының өс шәхси торлаҡ йорттоң һәм етештереү бинаһының ҡыйығын аҡтарҙы. Биналар һәм ҡоролмаларға яҡын ҡуйылған 3 автомобиль зыян күрҙе. Кешеләр араһында һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ.
Синоптиктар киләһе тәүлектәрҙә лә Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо һаҡланыуын билдәләй. Аяҙ эҫе көн кинәт йәшенле ҡойма ямғыр менән алмашыныуы, яуым-төшөм мәлендә көслө ел сығыуы фаразлана.