Республиканың белем усаҡтарында сығарылыш кисәләре башланды

Тантана Мостай Кәрим исемендәге 158-cе башҡорт гимназияһында ла үтте. Йәштәрҙең тулҡынландырғыс минуттарын БЮТ каналының ижади төркөмө лә уртаҡлашты.

Ҡулға аттестат алып, белем усағы менән хушлашыр мәл етте. 11а синыфы уҡыусылары тәүгеләрҙән булып оло сәхнәгә сығып, гимназия етәкселегенән ҡотлау, маҡтау һүҙҙәрен ишетте. Физика-математика йүнәлешендә белем алған егет-ҡыҙҙарҙың барыһы ла Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырған. Уҡытыусылар йәштәргә ҙур өмөттәр бағлай. Хушлашыу минуттары ауыр бирелә.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемен йөрөткән гимназияны быйыл 79 уҡыусы тамамлай, уларҙың егермеһе алтын миҙалға лайыҡ була. Йәштәр буласаҡ һөнәрҙәрен дә билдәләгән.

Сығарылыш синыф уҡыусыларының барыһы ла юғары уҡыу йорттарына документ тапшырырға ниәтләй. Гимназияла профилле уҡытыуға баҫым яһала, шуға балалар айырым фәндәрҙе төплө өйрәнеп, белем тауына үрләй.

Шатлыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта моңһоу ҙа... Сығарылыш синыфы уҡыусылары вальс әйләнә. Уларҙың бәхетле минуттарын залда ата-әсәләре күҙәтә. Өлкәндәр тантанаға инер өсөн коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата, организмда антиматдәләр булыуы тураһында белешмә килтерә.

Ә Салауатта "Баллы бал" тип исемләнгән дөйөм ҡала сығарылыш балы ла үтте. Быйыл күләмле сара ярты меңгә яҡын уҡыусыны берләштерҙе, уларҙың 85-е мәктәпте миҙал менән тамамлай. Был рекорд күрһәткес. Тантаналы сара сиктәрендә конкурс та ойошторолдо. "Баллы бал"дың батыры һәм һылыуҡайы билдәләнде. Күңел асыу программаһы буйынса "Утлы өйөрмә" шоуы уҙғарылды. Шулай уҡ егет-ҡыҙҙар теләктәр әйтеп, күккә шарҙар осорҙо.

Гөлназ Хәйбуллина