8-се класс уҡыусыһы Тимур Вәлиуллин, данлыҡлы яҡташы исемен йөрөткән бүләкте алыу ҙур ғорурлыҡ булыуын билдәләй. Быйыл мәртәбәле бүләк беренсе тапҡыр педагогия хеҙмәткәренә лә тапшырылды.
Тәүге лауреат – Яңы Байрамғол мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Рәмзиә Шаһиева. Ул урындағы белем усағы музейы етәксеһе, ер-һыу атамаларын һәм тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе булараҡ танылған.