Бөгөн Асҡын районы Урмияҙ ауылында Ришат Дихинға бағышланған хәтер кисәһе үтә

“Уҡылмаған китап”.  Бөгөн Асҡын районы Урмияҙ ауылында Ришат Дихинға бағышланған хәтер кисәһе үтә. Ришат Марат улы быйыл 27 мартта коронавирустан вафат булды. Ул 2 йыл район хакимиәтен етәкләне.  “Оло йөрәкле кеше ине, халыҡты хәстәрләне. Районды танытыуға ҙур өлөш индерҙе”, - ти Ришат Дихиндың яҡташы, Башҡортостан парламенты депутаты Әлфис Ғаязов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн үтәсәк хәтер кисәһендә Ришат Дихиндың дуҫтары, коллегалары, яҡындары, шулай уҡ Башҡортостан Милли халыҡ уйын ҡоралдары  оркестры ҡатнаша. Сара киске сәғәт 6-ла башлана.