Июль башында илдең бөтә төбәктәрендә лә тиерлек эҫе була

Был турала Рәсәй Гидрометерология үҙәгенән белдерәләр. Максималь эҫелек Волга буйы федераль округында, Уралда һәм Яҡут республикаһында көтөлә. Беҙҙең республикала һауа температураһы норманан 7-8 градусҡа юғары булыуы күҙаллана.