Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров халыҡ-ара мәҙәниәт фестивален ойоштороу буйынса фекерен белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФольклориада 3 июлдә башлана һәм бер аҙна дауам итә. Уны асыу тантанаһы “Өфө-Арена” боҙ һарайында була. Баш ҡалалағы “Тулҡын”, “Беренсе май” һәм Дим районындағы ял паркында ҙур экрандар урынлаштырыла. Халыҡ сара барышын тура эфирҙа ҡарай ала. 4 июндән туғыҙына тиклем булған тамашалар, шулай уҡ Фольклориаданы ябыу тантанаһы асыҡ һауала ойошторола.