Башҡортостан ҡымыҙ менән дауалау буйынса беренсе урынға ҡуйылған

Твил ру сервисы үткәргән фекер белешеүҙә туристарҙың 41 проценты республикаға ҡымыҙ менән дауаланырға һәм милли аш һыу менән һыйланырға килеүе тураһында белдергән. Икенсе урында Ҡалмыҡ, өсөнсөлә Татарстан республикалары килә. 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостан Рәсәйҙә ҡымыҙ етештереүҙә тәүге урында. Йылҡы малы һаны буйынса иһә икенсе урынға сыҡҡан. Тармаҡты үҫтереү һәм милли традицияларҙы һаҡлау маҡсатында республикала “Башҡортостанда йылҡысылыҡты үҫтереү” программаһы эшләй.