Һаулыҡ һаҡлау министры әйтеүенсә, сирләүселәр үткән аҙна менән сағыштырғанда, 16 процентҡа артҡан. Стационарҙа 223 кеше дауалана. Шул иҫәптән 25 пациент ауыр хәлдә. Уларҙың береһе лә вакцинация үтмәгән, тине Максим Забелин. Республикала коронавирусҡа бәйле хәл бөгөн оператив кәңәшмәлә өйрәнелде.
Ковид йоҡтороусылар һаны буйынса Башҡортостан ил төбәктәре араһында 82 урында. Әммә был күрһәткес тынысланырға ярай тигәнде аңлатмай. Сөнки һуңғы тәүлектәрҙә беҙҙә лә сирләүселәр һаны артыуы күҙәтелә.
Ләкин вакцинацияны иңҡар итеүселәр булған осраҡта буш торған дауалау урындарының тиҙ арала бөтөүе мөмкин. Республикала уҙғарыласаҡ күләмле саралар был хәлде киҫкенләштересәк кенә. Быға ла сит илдәрҙән килеүселәр түгел, урындағы халыҡтың ғәмһеҙлеге сәбәпсе булыуы ихтимал.
Бөтә донъя фольклориадаһы республикала 3 июлдән унына тиклем дауам итә. Мәҙәни байрамға әҙерлек етди ойошторолған. Иғтибар тәү сиратта хәүефһеҙлек талаптарына.
Тамашасыларҙы ла барыһын бер урынға тупламаҫ өсөн трансляциялар ойошторола. Фольклориаданы асыу тантанаһы уҙасаҡ "Өфө-Арена"ға ҡатнашыусылар һәм сит ил ҡунаҡтары ғына инә аласаҡ. Ә Өфө халҡы уны Тулҡын, Беренсе май һәм Дим районы парктарында күҙәтә ала. Башҡа көндәрҙә саралар асыҡ һауала уҙғарыла.
Айнур Кәбиров