Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында ҡыуаныслы ваҡиға

Your browser doesn't support HTML5 video.

Фронт һәм тыл ветерандары иҫтәлегенә «Хәтер паркы» асылды. Объект Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы төҙөлә башлаған, ләкин төрлө ҡытыршылыҡтар арҡаһында уны асыу сараһы күсерелгән. Тантананан БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

Нәжип Әсәҙуллин – Үтәймулла ауылының тыл ветераны. Уға 10 йәш булғанда ҡанлы һуғыш башлана. Беренсе көндәрҙә үк атаһы фронтҡа китә һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш яланынында ятып ҡала. Ғаилә тураһында хәстәрлек өлкән улдары Нәжип Вәлиәхмәт улы иңенә төшә.

Ауыр йылдарҙы, аслыҡ ваҡытын ул яҡшы хәтерләй. Тиҫтерҙәре менән бергә үгеҙ егеп көлтә ташыған, әсәһе урынан урманға ағас йығырға йөрөүе тыл ветеранының әле булһа күҙ алдында. Тормош иптәше Зөлфиә Хөснөтдин ҡыҙы ла һуғыш осоро балаһы.

Фронтҡа йәш көстәр һәр саҡ кәрәккән. Шул уҡ Үтәймулла ауылынан Рәүеф Сафа улы ла 18 йәше тулғас 1943 йылда яу яланына алына. Тәүҙә 4-се Украина фронтында хеҙмәт итһә, һуңынан бендеровсыларға ҡаршы көрәшә. Ҡаһарман һуғыштан һуңғы йылдарҙа юғары белемле булыу хыялын тормошҡа ашыра. Атайым ауыл советы рәйесе, химия һәм биология фәндәре уҡытыусыһы булып та эшләне, тип хәтерләй Рәүеф Үтәевтың ҡыҙы.

Ауырғазы районының Үтәймулла ауылынан 71 кеше фронҡа китә, уларҙың 36-һы кире тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Әлеге көндә уларҙың барыһы ла гүр эйәләре. Еңеү яҙын яҡынайтыуға фронт һәм тыл ветерандарының фиҙаҡәр хеҙмәтен, исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында ауылда «Хәтер паркы» асылды. Унда урын алған мемориаль таҡтаташтарға тиҫтәлагән кешенең исемдәре уйылып яҙылған.

«Хәтер паркы» башлыса ауыл көсө ярҙамында төҙөлә. 2019 йылдан алып идеяны тормошҡа ашырыу эштәре алып барыла. Паркты асыу сараһында ауылдың 11 тыл ветераны, үҙешмәкәр коллективтар, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Тантанала төҙөлөш эштәрендә төрлө ярҙам күрһаткән ауылдаштар бүләкләнде, ветерандарға «һуғыш балалары» таныҡлығы тапшырылды.

Әлфинә Килдейәрова