70-тән ашыу белгес Волга һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалын тамамланы.
Уҡыу йорто судно йөрөтөүсе, судно һәм электр механигы, транспорт менән идара итеүсе һәм пассажирҙарҙы ташыу эшен ойоштороусы кеүек белгестәр әҙерләй. Һәр һөнәр кәрәкле. Икенсе курстан һуң буласаҡ йылғасылар практикаға сыға, аҙаҡ курсанттар матрос, электрик, йәки моторсы кеүек беренсе эшсе һөнәр алып эшкә лә урынлаша ала.
Волга һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалын тамамлаусылар Рәсәйҙең төрлө йылға-диңгеҙҙәрендә хеҙмәт итә. Быйыл дүртенсе курсты тамамлаған егет-ҡыҙҙар белем усағының 50-се сығарылышы.
Әлфинә Килдейәрова