Өфөнөң Октябрь районы суды урман эшкәртеү буйынса эре компанияларҙың береһе – «Урал урманы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә ҡарата ошондай ҡарар сығарған. Һөҙөмтәлә йөҙҙәрсә кеше ваҡытлыса эшһеҙ, аҡсаһыҙ тороп ҡалыуы ихтимал. Тулыраҡ киләһе яҙмала
Суд йома кис була, күп тә үтмәй, шәмбе иртәһендә Өфө фанера комбинатына приставтар ишек шаҡый. Улар Өфөнөң Октябрь суды ҡарары буйынса килә. Фемида «Урал урманы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт эшмәкәрлеген туҡтатыуҙы талап иткән. Әммә приставтар ни өсөндөр камераларҙы күреү менән производство майҙансығынан китергә ашыҡты
Һуңыраҡ ведомствоның рәсми сайтында «Урал урманы» компанияһы эшмәкәрлеге туҡһан тәүлеккә туҡтатылыуы тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килә. Сәбәбе янғын хәүефһеҙлеге талаптарының теүәл үтәлмәүендә, етешһеҙлектәр табылған. Апрелдә цехтарҙың береһендә ут сыҡҡан, һөҙөмтәлә дәүләт янғын күҙәтеүе органдары иҫкәрмә-бойороҡ сығара.
Компания етәкселеге билдәләүенсә, утыҙ гектар производство майҙаны булған предприятиела бер көн эсендә барлыҡ етешһеҙлектәрҙе бөтөрөп булмай. Өҫтәүенә, Өфө фанера комбинаты яңыраҡ ҡына бөлгөнлөк осорон кисергән. «Урал урманы» ойошмаһы инвестор булараҡ сығыш яһап, производствоны тергеҙеүгә тотона
Һуңғы ваҡытта Өфө фанера комбинатында сығарылған продукция күләме артыуы, штат киңәйеүе күҙәтелгән. Әммә хәҙер бер нисә йөҙ кеше өс айға эшһеҙ ҡалыу хәүефе аҫтында.
Предприятиела суд тарафынан ни өсөн шундай ҡәтғи саралар ҡабул ителеүен аңламайҙар. Сөнки административ хоҡуҡ боҙоу буйынса эш материалдары-протоколда язаның һуңғы сиктәге сараһын ҡулланыу – комбинат эшмәкәрлеген туҡтатыу мөһимлеге тураһында һығымта яһалмаған. Шуға компания юристары был ҡарарға Башҡортостандың юғары судына ялыу бирергә йыйына.
Гөлназ Хәйбуллина