1 июлдән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн хаҡтар артыуы ысынбарлыҡҡа тап килмәй

Был хаҡта Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдерә. Республиканың тарифтар буйынса дәүләт комитеты ҡарары менән, 1 июлдән ике төбәк операторы хаҡ күтәрергә тейеш ине. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров уҙғарған ултырышта йыл аҙағына тиклем хаҡтарҙы элекке кимәлдә ҡалдырыу тураһында килешелде. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ҙә, шәхси торлаҡтағылар ҙа йыл аҙағына тиклем элекке хаҡтар буйынса түләй.