Медицина учреждениеларына, талпан ҡаҙалыу сәбәпле, 6 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән

Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, талпан ҡаҙалыу сәбәпле, медицина учреждениеларына 6 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 2 мең 348 бала мөрәжәғәт иткән. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге һәм филиалдарында талпанды энцефалитҡа һәм боррелиоз вирусына тикшертергә була. Вирус табылһа, бушлай иммуноглобулин эшләнә.