Ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең 70 проценты коронавирустан прививка яһатҡан

Был турала бөгөн үткән оператив кәңәшмәлә хакимиәттең эштәр менән идара итеүсеһе Регина Баҡыева белдерҙе. Уның әйтеүенсә, бөгөн мэрияла йәнә вакциналау ойошторола, бында 80 кеше яҙылған. 29 июнгә башҡалала 123 меңдән ашыу кеше прививканың ике төрөн дә эшләткән, ҡала буйынса 588 мең кеше вакцина алырға тейеш. Өфө предприятиеларында 30 мең эшсе, мәҙәниәт учереждениелары хеҙмәткәрҙәренең 42, мәғариф учереждениеларының 44 проценттан ашыу хеҙмәткәре вакцинацияланған, тип белдерә Регина Баҡыева.