Ремонт барышында юл-тротуарҙарға яңы асфальт түшәү, автомобилдәр өсөн туҡталҡа, балалар майҙансығын төҙөү ҡарала. Быйыл 78 күп фатирлы йортто берләштергән 17 урам майҙаны төҙөкләндерелә. Проект йорт-фатир хужалары менән килешелгән, бөтә объекттарҙа ла эштәр башланған, тип хәбәр итәләр Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.