Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ҙур байрамда 40-тан ашыу дәүләттән 1 мең 500 кеше ҡатнашыуы көтөлә. Улар араһында бейеү, фольклор коллективтары, милли ансамбль һәм йәштәр мәҙәни үҙәктәре бар. “Бәйләнештә” социаль селтәре Бөтә донъя фольклориадаһының рәсми партнёры булды. Интернет ҡулланыусылар фольклориада2021 һылтанмаһы буйынса фестивалде асыу һәм ябыу тантанаһын тура эфирҙа ҡарай ала.