Һунар мылтығы һәм оҙон көбәкле ҡорал йөрөтөүгә рөхсәт алыу тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелде

Ил Президенты һунар мылтығы һәм оҙон көбәкле ҡорал йөрөтөүгә рөхсәт алыуҙы 18-ҙән 21 йәшкә тиклем күтәреү тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Документ лицензия биреүҙән баш тартыуҙың өҫтәлмә сәбәптәрен дә билдәләй. Йәш сикләүен арттырыу ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт итеүселәр, ҡораллы дәүләт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, хәрби дәрәжә йәки махсус юстиция чины булған хеҙмәткәрҙәргә ҡағылмай.