Башҡорт дәүләт медицина университеты табиптары Бүрәт республикаһына юлланды

Аҡ халатлылар инфекция дауаханаларында эшләй. Төркөм анестезия, реанимация һәм йоғошло ауырыуҙар белгестәренән тора. Башҡортостан табиптарының ковид госпиталдәрҙә эшләү тәжрибәһе ҙур. Бүрәт халҡына улар медицина-консультация ярҙамы күрһәтә, урындағы врачтарға коронавирусты дауалау алымдарын өйрәтә.