Фольклориаданы асыу майҙансығы - "Өфө-Арена" һарайында сит ил ҡунаҡтарын ҡаршы алыуға әҙерлек бара. Тантанала меңдән ашыу артист ҡатнашыуы көтөлә. Әле репитицияларҙың иң ҡыҙған мәле, Башҡортостан һәм Рәсәй коллективтары тулы составта сығыштарын ҡабатлай. Халыҡ-ара фестивалде асыу тантанаһында башҡорт халыҡ ижады өлгөләре күрһәтелә. “Майҙан милли стилдә биҙәлә, сағыу шоу-программа көтөлә”, - ти режиссер ярҙамсыһы Айһылыу Байғусҡарова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФольклориада 3 июлдә башлана. Унда ҡатнашыусылар райондарҙа ла сығыш яһай. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашаларҙы тура эфирҙа күрһәтә.