Баш ҡалала “Сәләмәт Өфө” акцияһы еңеүселәренә смартфон тапшырылды. Сарала ҡатнашыу өсөн Өфөләге вакциналау пункттарында прививка эшләтергә, ойоштороусылар сайтында теркәлергә кәрәк ине. Төп приз - бер бүлмәле фатир. Уның сертификаты еңеүсегә яҡын арала бирелә. Смартфон отоусыларҙың бер төркөмө Өфө ҡалаһын үҫтереү фонды майҙанында бүләкләнде. Еңеүселәр араһында Тамбов өлкәһе вәкиле лә бар. Ул баш ҡалала ял иткәндә прививка яһатҡан. Ойоштороусылар акцияны артабан да дауам итергә ниәтләй. Әле бағыусылар эҙләнә.