2024 йылға Өфө социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса Рәсәйҙә алдынғы урында булырға тейеш

Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек барышында ошондай бурыс ҡуйыла. Дим һәм Затон биҫтәләрендә йорттар һалыу мөһим йүнәлеш булып ҡала, тип белдерҙе Өфө мэры Сергей Греков. Өфөлә йыл һайын 900 мең квадрат метрға яҡын торлаҡ төҙөлөргә тейеш. Быйыл Башҡортостанда Төҙөүселәр берлеге булдырылды. Унда 24 ойошма ҡарай, улар республикалағы торлаҡтың 70 процентын сафҡа индерә. Башҡортостан Башлығы Төҙөүселәр ассоциацияһы эшенә юғары баһа бирҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Өфөнөң 450 йыллығы 2024 йылда билдәләнә. Рәсәй Президенты Владимир Путин былтыр ошоға бәйле указға ҡул ҡуйҙы.